«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йорт стенаһында – Еңеү һалдаттары һүрәттәре



07.05.2014 Йорт стенаһында – Еңеү һалдаттары һүрәттәре

Йорт стенаһында – Еңеү һалдаттары һүрәттәреБаш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендәге Гагарин урамындағы күп ҡатлы йорттоң стенаһына Еңеү һалдаттарының һүрәттәре төшөрөлдө. Был эште рәссамдар Олег Кайбышев һәм Александр Кайдалов башҡарып сыҡты.
Һүрәт сюжеттарында ысын һалдаттарҙың фотолары алынған. Улар бер аҙ үҙгәртелгән һәм яугирҙарҙың йыйылма образын асып бирә. Композиция аҫтында Роберт Рождественскийҙың «Спасибо за память, потомки» шиғырынан юлдар яҙылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға