«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кадрҙарҙа - ветерандар



07.05.2014 Кадрҙарҙа - ветерандар

Кадрҙарҙа - ветерандар 9 майҙа баш ҡала волонтерҙары фотоһәүәҫкәрҙәрҙе һәм профессиональ фотографтарҙы Еңеү көнөнә арналған хәйриә акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Унда ветерандар фотоға төшөрөләсәк, артабан фотоһүрәттәр баҫыласаҡ һәм ҡаһармандарҙың өйҙәренә алып барыласаҡ.
Фотоға төшөрөү Еңеү, Ғафури, Матросов, Яҡутов исемендәге һәм “Дим” ял һәм мәҙәниәт паркында ойоштороласаҡ.
Акцияға ҡушылырға теләүселәр “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмгә мөрәжәғәт итһен - https://vk.com/event53453184
Барлығы 30 кеше талап ителә, улар фотоға төшөрөүҙән тыш, ветерандарға сәскәләр таратасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға