«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Октябрьскийҙа регболсылар йыйыласаҡ



07.05.2014 Октябрьскийҙа регболсылар йыйыласаҡ

Октябрьскийҙа регболсылар йыйыласаҡ10 майҙа Октябрьский ҡалаһының Спорт һарайында Рәсәй спорт мастеры Дамир Миңлеғолов иҫтәлегенә регбол буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтәсәк. Унда Өфө, Туймазы, Октябрьский, Яр Саллы ҡалаларынан унға яҡын һәүәҫкәр команда ҡатнашасаҡ.
Турнир сәғәт 12-лә башланасаҡ.
Регбол - үҙенә көрәш, баскетбол һәм регби элементтарын туплаған спорт төрө. Уны баскетбол майҙанында уйнайҙар, командалар бер-береһенең ҡулсаһына туп ташлап, мәрәй йыйырға тейеш. Баскетболдан регбол дриблинг һәм штрафлы ташлауҙарҙың булмауы менән айырыла. Уйын мәлендә һуғып ебәреү, алып ташлау, этеү, ҡолатыу тыйылмай, шуға күрә лә спортсылар шлем, тубыҡ һәм терһәк һаҡлағыстар кейә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға