«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 9 майҙа йәмәғәт транспорты нисек йөрөйәсәк?



05.05.2014 9 майҙа йәмәғәт транспорты нисек йөрөйәсәк?

9 майҙа йәмәғәт транспорты нисек йөрөйәсәк?Еңеү көнөндә баш ҡалала йәмәғәт транспорты төнгө сәғәт 1-гә тиклем йөрөйәсәк. “1-се гимназия-интернаты” туҡталышында һәм Көньяҡ юлда автобустар пассажирҙарҙы көтәсәк. “Дәүләт циркы” туҡталышында - Өфөнөң төньяғына, “1-се гимназия-интернаты” туҡталышында – көньяҡҡа барыусылар троллейбустарға ултыра аласаҡ.

9 майҙа, 66-сы еңел атлеттар эстафетаһы үткәрелгән мәлдә иртәнге сәғәт 10-дан төшкө сәғәт 2-гә тиклем ҡайһы бер автобус маршруттары үҙгәрәсәк.

228, 230, 249, 262к, 279, 272 автобустары - Ленин, Коммунистик, Арал урамдарынан;
- 226, 290, 255 – Ленин, Коммунистик, Ғафури (Телецентрға тиклем);
– 202, 242, 252, 256, 266 – Ленин, Коммунистик, Ғафури, Красин;
– 207, 214, 219а, 234, 285 - Ленин, Коммунистик, К. Маркс, Свердлов;
257к, 277, 280, 284 – Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа урамдарынан һәм киреһенсә йөрөйәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға