«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыу буйында һаҡ булығыҙ!



05.05.2014 Һыу буйында һаҡ булығыҙ!

Һыу буйында һаҡ булығыҙ!Ошо көндәрҙә Йомағужа һыу һаҡлағысынан һыу ебәреүҙе ике тапҡырға арттырыу көтөлә. Шуға күрә лә Ағиҙел, Ашҡаҙар һәм Стәрле йылғаларының кимәле кимәле артасаҡ.
Әлеге йылғалар буйында йәшәүселәргә һыу кимәле күтәрелеүенә әҙер булырға, өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн радио һәм телевизорҙарын һүндермәҫкә кәңәш ителә. Яр буйҙарына сыҡҡанда ла һаҡ булырға кәрәк. Һыу һаҡлағыстағы артыҡ һыу 9 майға тиклем ебәреләсәк.
Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең телефондары – 05, 2-000-45, мобиль телефондан - 112; 25-12-68 (авария-ҡотҡарыу хеҙмәте)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға