«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Йондоҙло академия” йырсылар һәм бейеүселәрҙе әҙерләйәсәк



05.05.2014 “Йондоҙло академия” йырсылар һәм бейеүселәрҙе әҙерләйәсәк

“Йондоҙло академия” йырсылар һәм бейеүселәрҙе әҙерләйәсәк1 майҙан Башҡортостанда “Йондоҙло академия” үҙ эшен башланы. Был проект музыкаль-хореография йүнәлешендәге йәш башҡарыусыларға ярҙам итеү маҡсатында булдырылған.
Проектта ҡатнашыусыларҙың унда бушлай махсус белем алыу, республиканың сәхнәләрендә сығыш яһау мөмкинлеге бар. Еңеүсе демо - альбом да яҙҙыра аласаҡ.
“Йондоҙло академия” бер нисә этаптан торасаҡ. Ғаризаларҙы проекттың Star-academy.ru сайтында 1 майҙан 5 июнгәсә ҡалдырырға мөмкин. Ҡатнашыусылар 13 йәштән 30 йәшкә тиклем булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға