«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тантаналы маршта - “Үлемһеҙ полк”



28.04.2014 Тантаналы маршта - “Үлемһеҙ полк”

Тантаналы маршта - “Үлемһеҙ полк” 6 майҙа баш ҡалала “Үлемһеҙ полк” тантаналы маршы ойоштороласаҡ. Парадта ҡатнашыусылар Ленин исемендәге майҙанда иртәнге сәғәт 11-ҙә сафтарға теҙеләсәк һәм Өфө урамдары буйлап үтәсәк.
Был үҙенсәлекле акцияның девизы - “Улар еңеү сафында һәр ваҡытта барырға тейеш”. Унда ҡатнашыу өсөн олатай-ҡартатайҙарҙың, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының фотоһүрәтен транспарант рәүешендә эшләргә, унда исем-фамилияһын, хәрби званиеһын яҙырға кәрәк. Үлсәмдәре: оҙонлоғо – 435 мм, киңлеге – 290 мм, тотҡаһының оҙонлоғо – 500 мм. Фотоһүрәт 245 х 335 мм ҙурлығында булырға тейеш. Фото булмаған осраҡта, ветеран туғанығыҙ тураһындағы мәғлүмәтте күрһәтергә кәрәк.
Акцияла булыусылар артабан интернет селтәрендә төҙөлгән “Үлемһеҙ полк” проектында ҡатнаша ала. Бының өсөн www.moypolk.ru сайтындағы Өфө ҡалаһының махсус битенә инергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға