«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көн торошоноң боҙолоуы көтөлә



23.04.2014 Көн торошоноң боҙолоуы көтөлә

Көн торошоноң боҙолоуы көтөләАҙна уртаһында Башҡортостанда һауа температураһы 11 - 15 градусҡа тиклем йылынасаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй, ел уртаса буласаҡ. Ә бына иртәгәнән башлап көндөң һыуытыуы һәм ямғырҙар яуыуы көтөлә. 25, 26 һәм 27 апрелдә температура минус 5-тән алып плюс 8-гә тиклем үҙгәрәсәк. Синоптиктар көслө ямғыр вәғәҙәләй, ә аҙна һуңына епшек ҡар яуыуы күҙаллана. Көн торошоноң ошолай үҙгәреүенә Башҡортостан биләмәһенән үтәсәк циклон сәбәпсе буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға