«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Китапханалар төнө”ндә ҡатнашығыҙ!



23.04.2014 “Китапханалар төнө”ндә ҡатнашығыҙ!

“Китапханалар төнө”ндә ҡатнашығыҙ! 25 апрелдән 26-һына ҡарай төндә китап һөйөүселәр өсөн үҙенсәлекле Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк. Уның барышында китапханалар, музейҙар, галереялар, китап магазиндары бар кешеләр өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ. Билдәле яҙыусылар, шағирҙар, нәшерселәр, ҡәләм оҫталары менән осрашыуҙар буласаҡ. Китапханаларҙың ябыҡ фондтарына экскурсиялар үткәреү, һирәк осраған һәм боронғо китаптарҙан күргәҙмә ойоштороу, конкурстар, китап йәрминкәләре уҙғарыу ҙа ҡаралған. Йәш китап һөйөүселәре иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Улар өсөн “Китапханалар эңере” тигән махсус проект үткәреләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға