«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Боҙомдан ҡотолорға теләп, аферистарға 370 мең һум аҡсаһын биргән



23.04.2014 Боҙомдан ҡотолорға теләп, аферистарға 370 мең һум аҡсаһын биргән

Боҙомдан ҡотолорға теләп, аферистарға 370 мең һум аҡсаһын биргән Октябрьский ҡалаһында йәшәгән ҡатын ире менән ун йыл буйы 370 мең һум аҡса йыйған. Тик яңыраҡ яңы автомобиль алырға тип тәғәйенләнгән был аҡса мутлашыусылар ҡулына эләккән.

Бер көндө ҡатын дарыуханаға инеп сиратта торғанда, ул ят ҡатын менән таныша. Тиҙ арала үҙенә ҡаратып алған әңгәмәсеһе уға: “Мин аҡ магия менән шөғөлләнәм һәм һеҙҙә боҙом бар”, - тигән. Ҡатын ҡурҡып ҡала һәм шул мәлдә уларҙы тыңлап торған сираттағы ҡыҙ ҙа: “Миндә лә боҙом бар”, - тигән. Артабан дауалаусы был ике сирленең баштары өҫтөндә магик хәрәкәттәр яһай ҙа, боҙомдо бөтөрөү өсөн өйҙәге барлыҡ аҡсаны алып килеп таҙартырға кәрәк, тигән.

Иртәгеһен ҡатын алдан әйтелгән урынға 370 мең һум аҡсаһын алып килгән. Бер аҙҙан имсе килгән һәм, иртәгә ошо урында осрашабыҙ, тип аҡсаны алып киткән.

Ҡатын иртәгеһен күстәнәстәр тотоп, аҡсаны алырға килгән. Ләкин күпме көтһә лә, аҡсаны өшкөрөргә алып китеүсе күренмәгән. Шулай итеп аферистың татлы һүҙенә ышанған ҡатын бер машиналыҡ аҡсанан яҙған. Әлеге ваҡытта полиция мутлашыусыларҙы эҙләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға