«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эскелек енәйәткә һәм төрмәгә этәрә



23.04.2014 Эскелек енәйәткә һәм төрмәгә этәрә

Эскелек енәйәткә һәм төрмәгә этәрә Туймазы районының Түбәнге Троицкий ауылында ике ир эшҡыуар әбейҙе талаған. 77 йәшлек әбей һатыуға тәғәйенләнгән тауарҙы, шул иҫәптән һыра һәм тәмәкене өйөнөң ишек төбөндә һаҡлаған. Күршеһендә йәшәгән егет тә был турала белгән һәм уға ҡунаҡҡа килгән дуҫы менән төндә таларға уйлаған. Енәйәтселәр тауышһыҙ йөрөргә теләһә лә, әбей йоҡоһонан уянған. Егеттәр бысаҡ менән ҡурҡытҡандан һуң да әбей ҡысҡырғас, уны туҡмағандар.

Ике йәшник һыраны һәм бер нисә блок тәмәкене алып сыҡҡан ике дуҫтың берәүһен иртәгеһенә полиция хеҙмәткәрҙәре табып ала. 21 йәшлек егет ғәйебен таный, ләкин төнө буйы эскәс, тауарҙы кире ҡайтара алмай.

Әлеге ваҡытта ҡулға алынған егеттең дуҫын эҙләү бара. Уларҙың икеһенә лә “Талау” статьяһы буйынса енәйәт эше асыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға