«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим итеү өсөн эштәр ҡабул ителә



10.04.2014 Башҡортостандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим итеү өсөн эштәр ҡабул ителә

Башҡортостандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим итеү өсөн эштәр ҡабул ителә Республиканың ғилми потенциалын үҫтереүгә, талантлы йәш ғалимдарҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән премия 2002 йылда булдырылған. Ул ике йылға бер тапшырыла.
2012 йылда уның күләме 150 мең һумға еткерелде. 12 йылда егерме йәш ғалим һәм 10 коллектив премия лауреаты тип танылды. Йәштәр өсөн тәғәйенләнгән дәүләт премияһына ғалимдар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, аспиранттар, докторанттар, халыҡ хужалығында эшләүсе утыҙ биш йәшкә тиклемге айырым шәхестәр, биш кешенән артмаған төркөмдәр дәғүә итә ала.
Эштәр БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында 1 июлгә тиклем ҡабул ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға