«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Хәтер юғалтҡыс мөхәббәт»



10.04.2014 «Хәтер юғалтҡыс мөхәббәт»

«Хәтер юғалтҡыс мөхәббәт» 10 - 11 апрелдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы тамашасы хөкөмөнә премьера тәҡдим итә. Унда Валентин Красногоров әҫәре буйынса «Хәтер юғалтҡыс мөхәббәт» комедияһы ҡуйыласаҡ.
Хәтер юйылыу ауырыуы менән интеккән ир ярҙам һорап табипҡа мөрәжәғәт итә. Табип бар хәленсә сирлегә ярҙам итергә тырыша, әммә һөҙөмтә юҡ. Бәхеткә күрә, дауаханаға ирҙең ҡатыны килә. Барыһы ла яйланып бара тигәндә, көтмәгәндә икенсе ҡатын килеп сыға һәм ул да ауырыуҙың ҡатыны булыуы хаҡында белдерә...
Комедияны ҡуйыусы режиссер – Илнур Муллабаев.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға