«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Умартасыларға ярҙам



04.04.2014 Умартасыларға ярҙам

Умартасыларға ярҙамБал ҡорттарын ҡарау, аҫрау серҙәрен өйрәнергә теләгән умартасыларға, фермерҙарға практик ярҙам күрһәтеләсәк. Шулай уҡ китаптар, бал ҡорттарына тәғәйенләнгән дарыуҙар, яһалма балауыҙ, бал ҡорто (дүрт рамлы) пакеттар һатыласаҡ.
Район умартасыларына барып ярҙам күрһәтеү ваҡыты:
Ауырғазы, Ғафури, Ишем­бай, Федоровка, Көйөргәҙе – апрель – июнь айҙары.
Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Белорет, Архангел, Ҡырмыҫҡалы – июнь – сентябрь.
Мәләүез, Күгәрсен райондары (Смаҡ – Нөгөш, Йомағужа – Бикбулат – Мәҡсүт йүнәлеше) – апрель – сентябрь.
Заявкалар ҡабул итеү дауам итә.
Рафиҡ НОҒОМАНОВ.
Тел. 89273197919, 89174476082, 89018116719.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға