«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2014” - Гөлбаныу Исмәғилева!



31.03.2014 “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2014” - Гөлбаныу Исмәғилева!

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2014” - Гөлбаныу Исмәғилева! Үткән аҙнала Салауат ҡалаһы үҙенә республиканың һәм күрше төбәктәрҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын ҡабул итте. Бында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2014” төбәк-ара бәйгеһе ойошторолдо. Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән был профессиональ конкурста был юлы 56 педагог асыҡ дәрес күрһәтте, инновацион эш алымдарын тәҡдим итте. Талапсан жюри конкурсанттарҙың эштәрен, сығыштарын баһаланы.
Аҙна барышында икенсе турға уҙыусылар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, йәмәғәтселек алдында лекция менән сығыш яһаны.
28 мартта үткән финалда иһә еңеүселәр иғлан ителде. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2014” исемен Ейәнсура районының Иҫәнғол башҡорт гимназияһы-интернаты уҡытыусыһы Гөлбаныу Ирек ҡыҙы Исмәғилева яуланы. Уға гәзитебеҙҙең махсус призы тапшырылды.
Бәйгелә Гөлфара Әлеева (Мәләүез), Гөлсөм Әбдрәхимова (Өфө), Әминә Закирйәнова (Нефтекама), Лира Абдрахманова (Әбйәлил) лауреат булды.
Конкурс барышы һәм финал тантанаһы тураһында репортаж менән гәзиттең киләһе һанында танышырға мөмкин буласаҡ.

Һүрәттә: “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2014” исеменә лайыҡ булған Гөлбаныу Ирек ҡыҙы Исмәғилева







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға