«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Күңелле сәхнә арты»



31.03.2014 «Күңелле сәхнә арты»

«Күңелле сәхнә арты» Бөгөн сәғәт 5-тә баш ҡаланың Актерҙар йортонда Халыҡ-ара театр һәм Көлкө көнө айҡанлы «Күңелле сәхнә арты» («Веселая кулиса») республика театрҙары фестивале үтәсәк.
Был күңелле тамаша 2000 йылдан башлап уҙғарыла һәм ул театрҙарға ижади иреклек бирелеүе менән уникаль. Йылдағыса юмор фестивален Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров алып барасаҡ. Жюри составында билдәле сәнғәт әһелдәре тупланған, еңеү яулаған театр Түбәнге Новгород ҡалаһына юлланасаҡ. Сара сиктәрендә иң яҡшы журналисты ла билдәләйәсәктәр.

Һүрәттә: Советтар Союзы мәлендә һуғылған "Өфө.Актерҙар йорто" значогы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға