«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Карьера төнө”ндә йәштәр ҡатнаша ала



31.03.2014 “Карьера төнө”ндә йәштәр ҡатнаша ала

“Карьера төнө”ндә йәштәр ҡатнаша ала 4 апрель төнөндә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үҙенсәлекле сара үткәреләсәк. Унда AIESEC Халыҡ-ара йәштәр ойошмаһы студенттарға һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға баш ҡалалағы хеҙмәт баҙары тураһындағы хәл менән таныштырасаҡ. Осрашыуҙа компанияларҙан вәкилдәр буласаҡ, оҫталыҡ дәрестәре, бизнес уйындары үтәсәк. Инеү ирекле, ләкин махсус теркәлеү үтеү мотлаҡ. Ғаризалар 3 апрелгә ҡәҙәр ҡабул ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға