«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы аҡса сығасаҡ



26.03.2014 Яңы аҡса сығасаҡ

Яңы аҡса сығасаҡ 1 апрелдә Рәсәй банкыһы үҙенең эмиссия программаһына ярашлы яңы ун һумлыҡ аҡса сығарасаҡ. Ул “Хәрби дан ҡалалары” серияһында Нальчик ҡалаһына арналасаҡ.
Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Нальчик фашист баҫҡынсылары тарафынан оккупацияланған һәм тулыһынса тиерлек емерелгән. 1942 йылдың 25 октябренән 12 ноябренә тиклем дауам иткән Нальчик-Орджоникидзе операцияһында вермахттың Грозный һәм Баҡы нефть райондарына үтеп инеү һәм Кавказды биләү пландары совет ғәскәрҙәре тарафынан юҡҡа сығарыла. 2010 йылдың 25 мартында РФ Президенты Д.Медведев Нальчикка Хәрби дан ҡалаһы исемен бирҙе.
Яңы ун һумлыҡ аҡса ҡоростан эшләнгән һәм уға гальваник ысул менән баҡыр ялатылған. Тиражы - 10 миллион дана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға