«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Юлға сығам йыр менән”



26.03.2014 “Юлға сығам йыр менән”

“Юлға сығам йыр менән”6 апрелдә башҡорт эстрадаһындағы сағыу «йондоҙ»ҙарҙың береһе, “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо” фестивалдәре, “Ирәндек моңдары” конкурстары еңеүсеһе, “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсында “Йыл асышы” номинацияһына лайыҡ булыусы Искәндәр Ғәзизов йыр-моң һөйөүселәрҙе яҙ ҡояшылай нурлы һәм илһамлы сағыу тамашаға саҡыра.
“Юлға сығам йыр менән” тип аталған концертта йырсының ижадташ дуҫтары Алмас һәм Айҙар Юнысовтар, Фәрүәз Урманшин, Фәриҙә Ғаззалова, Резеда Әминева, Рөстәм Шаһыбалов, Артур Туҡтағолов етәкселегендәге “Далан” фольклор-эстрада төркөмө ҡатнаша. Күркәм йыр-моң байрамында башҡорт моңон, Искәндәр Ғәзизовтың ижадын үҙ итеүселәрҙе көтөп ҡалабыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға