«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эскән көйөнсә трактор ҡыуып алып киткән



26.03.2014 Эскән көйөнсә трактор ҡыуып алып киткән

Эскән көйөнсә трактор ҡыуып алып киткәнЭскән кеше ниндәй генә енәйәттәр ҡылмай. 24 март төнөндә Благовар районында юл-пост инспекторҙары Һамар – Өфө – Силәбе юлында иҫерек көйөнсә трактор менән идара итеүсене туҡтатҡан. Иртәнге сәғәт 6 тирәһенә бар постарға урындағы ҡошсолоҡ фабрикаһынан трактор ҡыуып алып кителеүе тураһында хәбәр килә.
Оло юлда туҡтатылған тракторсының Языково ауылында йәшәүсе һәм ҡошсолоҡ фабрикаһының эшсеһе булған 22 йәшлек егет икәне асыҡланған. Ул йәкшәмбе кисендә дуҫтары менән һыйланғандан һуң фабриканың ихатаһына барып, асҡыстарҙы ҡулына төшөргән һәм тракторҙы ҡабыҙған.
Егет ауыл урамдарында йөрөп туйғас, сәфәрен федераль трассала дауам иткән. Бәхеткә күрә, уны ЮХХДИ инспекторҙары туҡтатҡан.
Тркторҙы ҡыуып алыу китеүсегә биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға