«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләренән һаҡ булығыҙ!



21.03.2014 Юл фажиғәләренән һаҡ булығыҙ!

Юл фажиғәләренән һаҡ булығыҙ!Кисә көндөҙ Өфө — Инйәр - Белорет юлының 47-се саҡрымында булған автофажиғә бар республика халҡын тетрәткәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, унда “Фольксваген” микроавтобусы ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Мерседес-Бенц” фургонына килеп бәрелгән. Һөҙөмтәлә ете кеше һәләк булды.
Фажиғә урынындағы фотоһүрәттәрҙә күренеүенсә, микроавтобус тулыһынса юҡҡа сыҡҡан. “Фольксваген” водителе – 28 йәшлек егет әле Архангел район дауаханаһының реанимация бүлегендә ята. Йөк автомашинаһы шоферы - Силәбе өлкәһендә йәшәгән ир йәрәхәтләнмәгән. Әйткәндәй, уның белдереүенсә, микроавтобус ҡапыл ғына ҡаршы һыҙатҡа килеп сыҡҡан.
Һуңғы көндәрҙәге үҙгәреүсән көн торошо һөҙөмтәһендә юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килгән. Фажиғә урынында ла юл көҙгө кеүек ялтырап ята. Водителдәр, һеҙҙе өйҙә көтәләр, артыҡ ҡыумағыҙ, һаҡ булығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға