«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Илфат Әмиров - ҡатнаш хәрби оҫталыҡ буйынса халыҡ-ара турнир еңеүсеһе!



19.03.2014 Илфат Әмиров - ҡатнаш хәрби оҫталыҡ буйынса халыҡ-ара турнир еңеүсеһе!

Илфат Әмиров - ҡатнаш хәрби оҫталыҡ буйынса халыҡ-ара турнир еңеүсеһе! 15 - 16 мартта Курск ҡалаһында ММА йәки ҡатнаш хәрби оҫталыҡ буйынса халыҡ-ара турнир үткәрелде. Был сара 2000 йылда Чечнялағы һуғышта 776 бейеклеге янында тиңһеҙ алышта ҡаһарманлыҡ күрһәткән 104-се Ҡыҙыл Байраҡлы парашют-десант полкының 6-сы ротаһы иҫтәлегенә арналды. Турнирҙа Рәсәй, Украина, Ҡаҙағстан, Беларусь Республикаларынан барлығы 350 спортсы ҡатнашты.
Беҙҙең илдән унда “1-се Үҙ-ара алыш клубы” спортсыһы Илфат Әмиров сығыш яһаны. Ул барлығы дүрт алышта ҡатнашты һәм ауырттырыу алымын ҡулланып, уның өсәүһен ваҡытынан алда тамамланы. Һуңғы алышта судъялар экстра-раунд өҫтәргә мәжбүр булды һәм Илфат чемпион исемен яуланы.
Чемпион үҙе әйтеүенсә, финал ярышында уға ҡаршы бик көслө Курск спортсыһы торған. Тамашасылар ҙа үҙҙәренең яҡташтарын ҡеүәтләп алҡышлаған. Ләкин Илфат бирешмәгән һәм раундты бик яҡшы һөҙөмтә менән тамамлаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға