«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡарҙар ирей, яҙ етә лә ул...



19.03.2014 Ҡарҙар ирей, яҙ етә лә ул...

Ҡарҙар ирей, яҙ етә лә ул...Тәбиғәт ҡыштан яҙға дәррәү күскән мәлдә автоһөйөүселәрҙе бензинға хаҡ артыу менән бер рәттән тағы ла бер мәшәҡәт - насар юлдар борсой. Ҡышҡыһын боҙ ҡапланып, юлдар тигеҙ һымаҡ ине, хәҙер иһә ҡар менән бергә асфальт та “ирей” икән. Баш ҡаланың күп кенә автомобилсеһе Затон биҫтәһенә алып барған юлды яратмай. Ошо көндәрҙә генә ундағы бер соҡорға эләгеп, утыҙға яҡын “тимер ат”тың тәгәрмәсе тишелгән. Юлдың был урыны һыу менән тулған, водителдәр аптырап уға “Бермуд өсмөйөшө” тип исем ҡушҡан.
Әйткәндәй, тик был биҫтәлә генә юлдар насар түгел. Интернациональ, Софья Перовская урамдарында, Шаҡша биҫтәһендә лә водителдәрҙе хәүеф һағалай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға