«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 50 мең һумлыҡ һыу фильтры һатыусыларҙан һаҡ булығыҙ



18.03.2014 50 мең һумлыҡ һыу фильтры һатыусыларҙан һаҡ булығыҙ

50 мең һумлыҡ һыу фильтры һатыусыларҙан һаҡ булығыҙ Баш ҡала халҡын йәнә мутлашыусылар борсой башланы. Агенттар тәүҙә шылтырата һәм фатирҙан-фатирға йөрөй. Улар башта эскән һыуҙы тикшерә һәм уның концентрацияһы тейешле нормаларға тап килмәй, тип әйтә. Аҙаҡтан улар фатир хужаһы алдында банкалағы һыуҙы электролизлай һәм: “Һеҙҙең һыуығыҙ бысраҡ, беҙҙең фильтрҙы һатып алығыҙ”, - тип өндәй башлай. Улар шулай уҡ торбаларҙа тут ҡатламы, 90-сы йылдарҙағы билдәле ваҡиғанан тороп ҡалған фенол бар, һыуҙа пестицидтар ирегән, тип тә ҡурҡыта.
Был аферистарҙың татлы теленә алданған фатир хужаһы фильтр өсөн аҡсаһын сығарып һала. Үкенескә күрә, реклама агенттары был 50 мең һумлыҡ торған файҙаһыҙ әйбергә уҡ кредит килешеүе лә төҙөүе мөмкин. Мутлашыусылар тоҙағына айырыуса оло йәштәгеләр эләгә икән.
Әйткәндәй, был фирма тураһында интернетта мәғлүмәт бөтөнләй юҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға