«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Арғымаҡ - 2014» күргәҙмәһе аттарҙы данлай



14.03.2014 «Арғымаҡ - 2014» күргәҙмәһе аттарҙы данлай

«Арғымаҡ - 2014» күргәҙмәһе аттарҙы данлай 9 марттан 20 апрелгә тиклем М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейының «Ижад» күргәҙмә залында «Арғымаҡ - 2014» күргәҙмәһе эшләйәсәк. Утыҙ рәссамды берләштергән үҙенсәлекле экспозицияла һынлы сәнғәт, графика, скульптура, биҙәү-ҡулланма йүнәлешендәге һикһәнгә яҡын эш тамашасы иғтибарына тәҡдим ителә. Ижад өлгөләренең төп темаһы булып донъялағы иң аҡыллы һәм тоғро хайуан – ат тора.
«Ижад» күргәҙмә залы Космонавтар урамы, 22 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 6-ға тиклем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға