«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Марат Кәримовҡа һәм Рим Әхмәҙиевҡа арналған белешмәләр сыҡты



14.03.2014 Марат Кәримовҡа һәм Рим Әхмәҙиевҡа арналған белешмәләр сыҡты

Марат Кәримовҡа һәм Рим Әхмәҙиевҡа арналған белешмәләр сыҡты Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов һәм билдәле ғалим һәм шағиры Риф Әхмәҙиевтың тормошона һәм ижадына арналған биобиблиографик белешмәләр әҙерләне.
Марат Кәримов тураһындағы белешмәлә 1949 - 2013 йылдар дәүерендә сыҡҡан китаптар, авторҙың ижады һәм тормошо хаҡында рус, башҡорт, татар телдәрендә гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр тупланған.
Риф Әхмәҙиевтың белешмәһендә 1973 - 2013 йылдарҙа баҫылған мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.
Был ике баҫма әҙәбиәт белгестәренә, фән эшмәкәрҙәренә, уҡытыусыларға, студенттарға файҙалы буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға