«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыйыҡтағы боҙ башығыҙға төшөп ҡуймаһын!



12.03.2014 Ҡыйыҡтағы боҙ башығыҙға төшөп ҡуймаһын!

Ҡыйыҡтағы боҙ башығыҙға төшөп ҡуймаһын! Көндәр йылытыу менән баш ҡала урамдарында кешеләрҙе тағы бер бәлә һағалай. Ул да булһа тротуар, юл буйҙарындағы биналарҙың ҡыйығында тупланған ҡар. Ҡапыл ғына шыуып төшкән ҡатҡан ҡар, боҙ ерҙәге бар нәмәне ҡыйратырға һәләтле. Мәҫәлән, үткән ялдарҙа Өфө районындағы Дмитриевка ауылында күп ҡатлы йорт ҡыйығы терәүҙәре, таҡталар менән ҡуша туңған боҙло ҡар төшөп, “Митсубиси” автомобилен тулыһынса юҡҡа сығарған. 9 мартта Театр урамында урынлашҡан Республика инкассация үҙәге бинаһы ҡыйығынан «ГАЗель» автомобиленә ҡар төшә һәм салондағы инкассаторҙар төрлө йәрәхәт алған. Шул уҡ көндә Дим сауҙа базаһында бер ҡатындың башына боҙ төшкән. Еңеү урамындағы ҡунаҡхана ҡыйығынан килеп төшкән ҡар “Дэу-Матиз” автомобиленең ҡыйығын йәмшәйткән.
Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн күп ҡатлы биналар янынан үткәндә һаҡ булырға, кәртәле урындар аша йөрөмәҫкә, “тимер ат”тарҙы алыҫҡа ҡуйырға кәңәш ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға