«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Паралимпия миҙалдары маркаларҙа урын алған



12.03.2014 Паралимпия миҙалдары маркаларҙа урын алған

Паралимпия миҙалдары маркаларҙа урын алған Илебеҙҙә тәүгә үткәрелгән Ҡышҡы Паралимпия уйындарына арнап “Сочи-2014” филателия программаһы буйынса уникаль почта блогы сыҡты. Йыйылмала алтын, көмөш, бронза Паралимпия миҙалдарын һынландырған маркалар урын алған. Уларҙы баҫҡанда өс төрлө металлаштырылған буяу ҡулланылған, һүрәт конгрев штампы ярҙамында барлыҡҡа килгән. Был алым килеп сыҡҡан маркаларға бармаҡ менән тейгәндә миҙалдың уйым-сығынтыларын тойорға ярҙам итә.
Миҙал маркалары 150 мең дана тираж менән сыҡҡан. Алтын миҙал 75 һумлыҡ номиналда булһа, көмөш - 50 һум, бронза – 25 һум. Блоктың үлсәме - 136х80 мм.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға