«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла, һин...



07.03.2014 Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла, һин...

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла, һин... 21 мартта халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Башҡорт теле" тигән шиғыры һөйләү буйынса шиғри флешмоб үткәреләсәк. Ойоштороусылар - шиғриәт һөйөүселәр. Был сараға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн ни бары Зәйнәб Биишеваның үрҙә әйтелгән шиғырын тасуири ятлау ғына кәрәк. Шиғри марафон күберәк мәктәп балалары һәм китапханаларҙың әүҙем уҡыусылары өсөн уҙғарыла. Әммә, унда башҡалар ҡатнаша алмай, тигән һүҙ түгел. Теләге булған һәр кем, һәр ойошма коллективы тәғәйенләнгән сәғәткә ваҡыт бүлеп (күп тигәндә ярты сәғәт ваҡыт кәрәк буласаҡ) яҡташ яҙыусыбыҙҙың шиғырын тасуири итеп, бөтә матурлығында һөйләп, ҡатнаша ала.
Тулыраҡ мәғлүмәт - https://vk.com/club64708233







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға