«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пенсияһын алдап алғандар



07.03.2014 Пенсияһын алдап алғандар

Пенсияһын алдап алғандар Нефтекама ҡалаһында йәшәгән әбей урамда булғанда юлда бер төргәк табып алған. Ул: “һеҙ төшөрөп ҡалдырҙығыҙ”,- тип алдан барыусы иргә әйтеп ҡараған, ләкин теге быға иғтибар итмәгән. Шул мәлдә үткенсе кеше килеп сыҡҡан һәм әбейгә: “Әйҙә, төргәкте асып ҡарайыҡ”,- тигән да уны асҡан. Шул мәлдә яндарына бер ир килеп сыҡҡан һәм: “Төргәктәге аҡса минеке, әбей, һин бер нисә купюраны үҙеңдең сумкаңа йәшереп өлгөрҙөң” тип тауыш ҡуптарған.
Әбей, миндә үҙемдең пенсиям – биш мең аҡсам бар, тигән һәм бөтә купюраларҙы ирҙәргә күрһәткән. Артабан ул өйөнә ҡайтҡас, аҡсаһының юҡлығын күреп ҡалған. Баяғы ирҙәр иреш-талаш мәлендә ҡулдарының оҫталығы менән әбейҙең пенсияһын урлаған.
Әле Нефтекама полицияһы бурҙарҙы эҙләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға