«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Етегән” башҡорт фильмының премьераһы!



05.03.2014 “Етегән” башҡорт фильмының премьераһы!

“Етегән” башҡорт фильмының премьераһы! Башҡорт донъяһы бик шәп яңы фильмға байыны. «Р.И.Продакшн» студияһы халҡыбыҙ легендалары һәм йырҙарына ҡоролған «Етегән» музыкаль нәфис фильмын тамашасы хөкөмөнә сығара. Әйтергә кәрәк, был проект мәҙәниәт өлкәһендә Президент грантына лайыҡ булды. Фильмдың исем туйы бөгөн киске сәғәт 5-тә «Родина» кинотеатрында үтә.
«Етегән” 2013 йылдың сентябрь айында Әбйәлил районының Ташбулат ауылы янында төшөрөлдө. Унда барлығы 150-гә яҡын кеше йәлеп ителде – Ф.Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Арғымаҡ» этно-рок группаһы, профессиональ актерҙар, каскадерҙар һәм ауыл халҡы.
Картинаның нигеҙендә ете ҡыҙ хаҡындағы риүәйәт ята. Фильмда Дияна Ишниязова, Илһам Байбулдин, Гөлсөм Бикбулатова, «Арғымаҡ» этно-рок группаһы, Әлим Ҡәйүмов, Ирада Фазлаева, Артур Ҡунаҡбаев, Светлана Хәкимова, Ләйсән Шәрипова һәм башҡалар башҡарыуында йырҙар яңғыраясаҡ.
Режиссеры – Айсыуаҡ Йомағолов,
Идея авторы, ҡуйыусы оператор һәм продюсеры – Рияз Исхаҡов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға