«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәмиҙең исеме үлемһеҙ!



05.03.2014 Рәмиҙең исеме үлемһеҙ!

Рәмиҙең исеме үлемһеҙ! "БашАкадемКнига" магазинында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған уникаль баҫма һатыуға сыҡты.
Унда шағирҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре менән бергә уның көндәлектәренән өҙөктәр, автографтары, замандаштарының бағышлауҙары, архив документтары, ғаиләһенән алынған фотоһүрәттәр тупланған. Китап-альбом шағир ижадын һөйөүселәргә һәм ғөмүмән киң ҡатлам уҡыусыларға иҫтәлекле бүләк буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға