«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле ҡуйыусы-режиссер Линас Зайкаускастың тыуған иленә сәйәхәткә йыйына



05.03.2014 «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле ҡуйыусы-режиссер Линас Зайкаускастың тыуған иленә сәйәхәткә йыйына

«Әлифбанан бер себеш» моноспектакле ҡуйыусы-режиссер Линас Зайкаускастың тыуған иленә сәйәхәткә йыйына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 1-12 апрелдә Паневежис ҡалаһында (Литва) үтәсәк Х Халыҡ-ара моноспектаклдәр фестивалендә ҡатнашасаҡ. Был сараны «МЕNAS» театры ойоштора. Башҡорт театры «Әлифбанан бер себеш» (А. Кивиряхк, режиссер – Л. Зайкаускас) спектакле менән 9 апрелдә сығыш яһаясаҡ.
Билдәле режиссер Линас Зайкаускас театрыбыҙҙа ике спектакль ҡуйҙы: «Әлифбанан бер себеш» һәм «Аҡ пароход» (С. Айытматов).
Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров башҡарыуындағы «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле быға тиклем дә II «Арт-соло» халыҡ-ара моноспектаклдәр фестивалендә (Төньяҡ Осетия, Владикавказ), "Таврия Мельпоменаһы" халыҡ-ара театр фестивалендә (Херсон, Украина) ҡатнашып, тамашасының һәм театр белгестәренең юғары баһаһын алғайны. Ул оҙаҡламай Литвала ла үҙен һынап ҡараясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға