«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙа – газ шартлауы



27.02.2014 Сибайҙа – газ шартлауы

Сибайҙа – газ шартлауыКисә Сибай ҡалаһында киске сәғәт 8-ҙәр тирәһендә Таусылар проспектындағы биш ҡатлы йортта шартлау яңғыраған. Беренсе ҡатта йәшәүсе ир, ҡатыны менән низағлашҡандан һуң, газ тоҡандырып донъянан китергә теләгән. Шартлау тулҡынынан тирә-яҡтағы фатир тәҙрәләре ярылған. Бәхеткә күрә, ҡорбандар булмаған, биш кеше зыян күргән, фатир хужаһы үҙе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға