«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аферистар йоҡламай



27.02.2014 Аферистар йоҡламай

Аферистар йоҡламай “Улығыҙ, ейәнегеҙ кеше тапатты, эште судҡа ебәрмәҫ өсөн 100 мең һум аҡса талап ителә”. Ошоноң һымаҡ СМС-хәбәрҙәр ебәреп мутлашыусыларҙың тоҙаҡтарына күптәр эләгә. Бындай енәйәт ғәҙәттә бер үк сценарий буйынса яһала: телефондан шылтыратыуҙан йәки СМС килгәс, аҡсаны курьер килеп ала. Унан һуң, йәнәһе лә бәләгә осраусының иҫән-һау булыуы, бер нәмә лә эшләмәүе асыҡлана.
Аҡса килеп алған курьер сифатында күп осраҡта баш ҡала такси йөрөтөүселәре сығыш яһай. Яңыраҡ бер әбейгә, һеҙҙең улығыҙ йәйәүлене тапатты һәм уны төрмәнән ҡотҡарыу өсөн 150 мең һум аҡса кәрәк, тигәндәр.
Ҡатын аҡса йыйғансы, телефондан шылтыратыусы уға төрмәлә шарттар насар, туҡмайҙар тип ҡурҡытып һөйләгән. Бер аҙҙан курьер килгән һәм 130 мең һум аҡсаны алып киткән.
Зыян күреүсе яңыраҡ улының шундай мутлашыу осрағы бар тийеүен иҫкә төшөргән һәм полицияға әйткән. Бер аҙҙан банк аша аҡса күсереү тотҡарлатылған. Иҫәптән бар сумманы алырға маташыусы такси йөрөтөүсе ҡулға алынған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был афера һөҙөмтәһендә уға туғыҙ мең һум премия бирелергә тейеш булған. Таксист ошондай алты енәйәттә ҡатнашыуы хаҡында ла һөйләп биргән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға