«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ҡала Паралимпия факелы үтеүен көтә



19.02.2014 Баш ҡала Паралимпия факелы үтеүен көтә

Баш ҡала Паралимпия факелы үтеүен көтә 3 мартта Өфө буйлап Рәсәй тарихындағы беренсе “Сочи - 2014” Паралимпия уты эстафетаһы уҙасаҡ. Факелға старт М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда сәғәт 12-лә иғлан ителәсәк. Артабан факелсылар Пушкин, Ленин, Коммунистик, Цюрупа, Октябрь Революцияһы, Пушкин, Совет, Туҡай, Карл Маркс, Зәки Вәлиди урамдары буйлап үтәсәк. Маршруттың оҙонлоғо биш саҡрым. Аҙаҡтан Салауат Юлаев майҙанында байрам тантанаһы үтәсәк.
Былтыр декабрҙәге эстафета мәлендәге кеүек, баш ҡаланың юлдары ябыласаҡ. Йәмәғәт транспортының марштруттары үҙгәреүе көтөлә, водителдәргә лә үҙҙәренең “тимер ат”тарын алыҫҡа ҡуйырға тәҡдим ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға