«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Боҙға үрмәләүселәр ярышасаҡ



19.02.2014 Боҙға үрмәләүселәр ярышасаҡ

Боҙға үрмәләүселәр ярышасаҡ	28 февралдән 2 мартҡа тиклем баш ҡалала “боҙға үрмәләү” дисциплинаһында альпинизм буйынса Донъя кубогы финалы һәм Европа чемпионаты үтәсәк. Өфө тәүге тапҡыр 20 илдән альпинистарҙы ҡабул итәсәк. Улар илебеҙҙең иң ҙур скалодромының “Ҡул – Тау” тау полигонының ҡатмарлы трассаларында көс һынашасаҡ. Бындай халыҡ-ара кимәлдәге ярыш 2013 - 2014 йыл миҙгелендә Рәсәйҙә бер генә мәртәбә ойошторола. Быға тиклем альпинистарҙы Киров ҡалаһы ҡабул иткән.
Спортсылар тиҙлеккә һәм ауырлыҡҡа ярышасаҡ. Улар боҙға үрмәләү спортындағы иң ҡатмарлы һәм акробатик һәләттәрҙе тикшергән техник яҡтан ҡатмарлы боулдерингта ла ҡатнашасаҡ. Әле йөҙгә яҡын альпинист ғариза биргән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға