«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ябай төҙөүсенең нисек миллионер булып киткәне



19.02.2014 Ябай төҙөүсенең нисек миллионер булып киткәне

Ябай төҙөүсенең нисек миллионер булып киткәне Була бит донъяла бәхетле кешеләр! Өс мәртәбә бер үк лотереяла уңыш йылмайһын әле. “Баймаҡ ПМК-һы”нда төҙөүсеһе Ирмәк Мәжитов “Урал Лото” лотереяһының джекпотын – ун өс миллион һум аҡса отҡан. Билеттағы тағы ла бер нисә уңышлы ставканан джекпотҡа 120 мең һумға яҡын аҡса өҫтәлгән. 13 процент һалым алыныуын иҫәпкә алғанда ла Ирмәк Мәжитов 11 миллион 487 мең һум аҡсаға эйә булған. Бынан тыш, яңыраҡ ул ошо уҡ лотереяға “Рено – Дастер” автомобилен отҡан.
Бар Баймаҡ халҡын шаулатҡан еңеүсе дүрт билет һатып алған. Тәүгеһенә - 400, икенсеһенә 800 һум аҡса сыҡҡан. Өсөнсөһөнә бер нәмә лә эләкмәгән, ә дүртенсеһе ябай төҙөүсене миллионер иткән. Әйткәндәй, Мәжитовтар был аҡсаға балаларына фатир һатып алырға уйлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға