«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “ВещДоки. Сирия”



19.02.2014 “ВещДоки. Сирия”

“ВещДоки. Сирия”“Аҡбуҙат” ипподромында баш ҡала фотографтары Айбулат Аҡбутин һәм Хәлит Сафиндың күргәҙмәһе Сүриәла барған граждандар һуғышына ҡарата ысын мәғәнәһендә нәфрәт уята. Стеналарҙа фотоһүрәттәр һәм уларҙың аҫтында әйберләтә дәлилдәр урын алған. Туҙҙырылған мәсет һәм “Ҡөрьән-Кәрим”, яралы кеше һәм тәненән сыҡҡан ярсыҡ, йорт харабалары янындағы балалар уйынсыҡтары, юлда ятҡан минаның ҡойроҡ өлөшө.
Күргәҙмәнең төп урынын “Хендэ” автомобиле биләгән. Кузовы теткеләнгән, ҡарар ере ҡалмаған был машина 1500 килограмм шартлатҡыс менән тыныс халыҡ йыйылған урында күккә осорға тейеш булған.
“ВещДоки. Сирия” күргәҙмәһе 25 фералгә тиклем тамашасыларҙы ҡабул итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға