«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә һин һылыуҡайҙар өсөн тауыш бирҙеңме?



14.02.2014 Ә һин һылыуҡайҙар өсөн тауыш бирҙеңме?

Ә һин һылыуҡайҙар өсөн тауыш бирҙеңме? Был аҙнала башҡорт йәмәғәтселегендә, яңылыҡтарында, интернет киңлегендә, матбуғатта “Һылыуҡай – 2014” матурлыҡ конкурсына һайлап алыу тураһындағы яңылыҡ төп урынды биләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 февралдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында матурлыҡ бәйгеһенә һайлап алыу туры үткәрелде, 12 ҡыҙ финалға үтте. Йомғаҡлау 4 мартта үтәсәк.
Беҙҙең гәзиттең “Бәйләнештә”ге “Йәшлек гүзәле – 2014 конкурсы” төркөмөндә һылыуҡайҙарға тауыш биреү башланды. Уға март башында йомғаҡ яһаласаҡ. Иң күп тауыш йыйған ҡыҙ тураһындағы мәғлүмәт гәзит биттәрендә сығасаҡ, махсус приз да тапшырыласаҡ.
Төркөмдөң адресы - https://vk.com/ye02guzel







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға