«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Урал моңо - 2014»



14.02.2014 «Урал моңо - 2014»

«Урал моңо - 2014» 28-30 майҙа Өфөлә төрки йәштәре араһында «Урал моңо - 2014» XVII Халыҡ-ара йыр-моң конкурс-фестивале үтәсәк. Уны БР Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора.
«Урал моңо»нда Рәсәй субъектарынан тыш, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Үзбәкстан кеүек илдәрҙән 18 йәштән 35 йәшкәсә тиклемге йырсылар ҡатнашасаҡ. Уларҙың сығыштарын билдәле сәнғәт әһелдәренән торған жюри баһалаясаҡ.
Конкурс өс турҙа үтә: 1 – һайлап алыу туры (ситтән тороп), 2 – башҡарыусылар ҡатнашлығында һайлап алыу туры, 3 – финал.
Республикала йәшәүселәр өсөн һайлап алыу турының графигы:
20 март – Дыуан районы;
21 март – Сибай ҡалаһы;
25 март – Күмертау ҡалаһы;
27 март – Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға