«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пистолетты талап алмаҡсы булған



06.02.2014 Пистолетты талап алмаҡсы булған

Пистолетты талап алмаҡсы булған Дыуан районында иҫерек ир магазиндан ҡорал урларға маташҡан.
Ул Мәсәғүт ауылында урынлашҡан һунарсылар һәм балыҡсылар өсөн тәғәйенләнгән магазинға ингән һәм үҙенә пистолет күрһәтеүҙе һораған. Һатыусы ирҙә алкоголь еҫен һиҙеп ҡала һәм ҡоралды биреүҙән баш тарта. Иҫерек ҡатындың башына һуға, ләкин ул уға ҡаршы көрәшә.
Ир артабан сығып китә, ә һатыусы полицияға шылтырата. Бер аҙҙан талаусыны ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Элек тә урлашыу өсөн хөкөм ителгән иргә йәшәргә аҡса етмәй. Ул магазиндан пневматик пистолет талап алып, уның менән сираттағы енәйәткә барырға уйлаған. Әле ир һаҡ аҫтында, уға һигеҙ йылға тиклем хөкөм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға