«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ҡайнар йөрәктәр”



06.02.2014 “Ҡайнар йөрәктәр”

“Ҡайнар йөрәктәр” Ошо исем аҫтында Рәсәй-ара конкурсы иғлан ителде. Ул йәш быуынды батыр тиҫтерҙәренең үрнәгендә тәрбиәләү ниәтендә икенсе йыл үткәрелә. “Ҡайнар йөрәк” билдәһенә ҡаһарманлыҡ ҡылған, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында юғалып ҡалмаған 23 йәшкә тиклемге балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр дәғүә итә ала. Кандидаттар тураһындағы мәғлүмәтте 119017, Мәскәү ҡалаһы, Ҙур Ордынка урамы, 70, 1 адресы буйынса йәки cordis@fondsci.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт менән fondsci.ru сайтында танышырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға