«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билетты телефон аша бронларға мөмкин



06.02.2014 Билетты телефон аша бронларға мөмкин

Билетты телефон аша бронларға мөмкин “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Берҙәм мәғлүмәт-сервис үҙәге телефоны аша хәҙер поезға билет бронларға мөмкин. Элек был хеҙмәт менән тик Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәүселәргә генә файҙаланһа, хәҙер был яңылыҡ бөтә Рәсәй халҡына ла ҡағыла.
8-800-775-00-00 телефоны буйынса Рәсәй эсендә, БДБ, Латвия, литва, Эстон, Абхазия Республикалары маршруттары буйынса поездарға билет алыу өсөн бронде 43 көн алдан алырға мөмкин. Халыҡ-ара поездарға билетты глобаль хаҡтар буйынса 58 тәүлектән дә ҡалдырырға була. Калининград ҡалаһына һәм өлкәһенә барыусы тимер юл транспортында был хеҙмәт күрһәтелмәй.
Билеткә бронь алыу өсөн үрҙә әйтелгән телефонға шылтыратып, ҡайҙа барыу, паспорт мәғлүмәтен әйтеү кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға