«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Үҙеңдең спорт донъяңды ас”



06.02.2014 “Үҙеңдең спорт донъяңды ас”

“Үҙеңдең спорт донъяңды ас” Ошо исем аҫтында баш ҡалала Сочиҙағы Олимпия уйындарына арналған акция старт алды. Ул БР Милли музейында барған “Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы” беренсе республика спорт күргәҙмәһе менән берлектә бара. Акцияла мәктәп уҡыусылары, балалар йорттары, интернаттар, спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, ижади студияларҙа шөғөлләнеүселәр, студенттарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Музейҙа уларға Олимпия һәм Паралимпия уйындарының тарихы тураһында бәйән ителәсәк, күренекле спортсылар менән осрашыу ойоштороласаҡ. Бынан тыш, балалар экспозициялағы спорт һәм Олимпиадаларға арналған бай фалеристик, нумизматик, филокартик күргәҙмә менән таныша аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға