«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бетерәнең ағас продукцияһы бик үтемле



04.02.2014 Бетерәнең ағас продукцияһы бик үтемле

Бетерәнең ағас продукцияһы бик үтемле Былтыр Баймаҡ районының Бетерә ауылында шәхси эшҡыуарҙар Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар ағас эшкәртеү цехы асҡайны. Был производство уңышлы эш башлап, тауар ассортиментын, һатыу баҙарын киңәйтә. Евровагонка, блокхаус, шпунтланған иҙән таҡтаһы кеүек төҙөлөшкә бик кәрәкле заманса изделиелар сығарыла. Әҙер продукцияны Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан, Сибай ҡалаһы, күрше өлкәләрҙән килеп алалар. Әле предприятиеға тағы ла бер ҡорамал – 40 кубометр ағасҡа иҫәпләнгән киптереү камераһы килтерелде, уны ҡороу эштәре башланған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға