«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Олимпиада көндәлеге: Паралимпия уйындарында беҙҙән биш спортсы сығыш яһаясаҡ



31.01.2014 Олимпиада көндәлеге: Паралимпия уйындарында беҙҙән биш спортсы сығыш яһаясаҡ

Олимпиада көндәлеге: Паралимпия уйындарында беҙҙән биш спортсы сығыш яһаясаҡ 7 мартта башланасаҡ XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарында Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостандан биш спортсы - Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Азат Ҡарасурин, Надежда Андреева һәм Александр Давидович сығыш яһаясаҡ. Улар ҡайһы спорт төрҙәрендә ярышасағы тураһында тренерҙар штабы февраль айында өҫтәмә хәбәр итәсәк.
Әйтергә кәрәк, ҡышҡы Паралимпия уйындары илебеҙҙә тәүгә үткәреләсәк. Ул Олимпия уйындарынан һуң ике аҙна ваҡыт үткәс башланасаҡ һәм 7 марттан 16 мартҡа ҡәҙәр дауам итәсәк. 45 илдән киләсәк 1650 спортсы индивидуаль һәм команда составында биш төр спортта - тау саңғыһында, саңғы ярыштарында, биатлонда, следж-хоккейҙа, коляскаларҙағы керлингыла 72 миҙал комплекты өсөн көс һынашасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға