«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә - «Яҙ һылыуы - 2014»



31.01.2014 Өфөлә - «Яҙ һылыуы - 2014»

Өфөлә - «Яҙ һылыуы - 2014» Баш ҡалала үтәсәк «Яҙ һылыуы-2014» конкурсында предприятие- учреждение хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Ул ике этапта үтәсәк. Бәйгеселәр унда үҙҙәренең тышҡы матурлығын ғына түгел, ә профессиональ кимәлен дә күрһәтәсәк. Еңеүселәрҙе жюри һайлаясаҡ, уның составына төрлө компания етәкселәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре инә. Һайлап алыу туры 13 февралдә була. Финал шоуы 15 мартта Өфөнөң Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайында уҙа.
Әлеге мәлдә конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Анкеталарҙы 10 февралгә тиклем cszm@mail.ru электрон почта адресына ебәрергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға