«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Олимпиада көндәлеге: Паралимпия факелы эстафетаһы ла Өфө аша үтәсәк



28.01.2014 Олимпиада көндәлеге: Паралимпия факелы эстафетаһы ла Өфө аша үтәсәк

Олимпиада көндәлеге:  Паралимпия факелы эстафетаһы ла Өфө аша үтәсәк Декабрь айында Сочи Олимпиадаһының факелы эстафетаһы Өфөгә ҡунаҡҡа килгәндә, баш ҡала халҡы мәж килгәйне. Әле XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарының уты эстафетаһына факел тотоп йүгереүселәр һайлап алынды. Рәсәйҙең һигеҙ федераль округынан 1500-ҙән ашыу кандидат алынды.
Өфө буйлап Паралимпия факелы эстафетаһы 3 мартта үтәсәк һәм унда 50 кеше ҡатнашасаҡ. Уларҙың араһында Вадим Боровик, Андрей Коптев, Елена Паутова, Тимур Фәйзуллин, Марат Йосопов бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға