«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Олимпиада көндәлеге: Көньяҡ зонаһы журналистары әүҙем ял итә белә



28.01.2014 Олимпиада көндәлеге: Көньяҡ зонаһы журналистары әүҙем ял итә белә

Үткән аҙнала Әбйәлил районының “Ирәндек” балалар ял итеү лагерында көньяҡ зонаһы журналистарының VI спартакиадаһы үтте. Был мәртәбәле сара даими ойошторола, быйылғыһы иһә Сочиҙа үтәсәк Олимпиадаға бағышланды.
Спорт байрамында БР Журналистар берлегенең конъяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһенән туғыҙ редакция журналистары ҡатнашты. Улар пневматик винтовканан атыу, пейнтбол, тимераяҡ йөрөү, конькиҙа күңелле старттар кеүек ярыштарҙа ҡатнашты.
Олимпиада көндәлеге:  Көньяҡ зонаһы журналистары әүҙем ял итә белә Сараның тап Әбйәлилдә үтеүе бер ҙә осраҡлы түгел. Тап ошо район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре ике йыл рәттән еңеү яуланы һәм күсмә Кубок уларҙа булды.
Сатлама һыуыҡ тип тормай алыҫ райондарҙан килеп еткән ҡәләм оҫталары ең һыҙғанып спорт ярыштарына ҡушылды. Баш мөхәррирҙәр махсус форма кейеп пейнтболда атышырға йүнәлһә, иң мәргәндәре тирҙа пневматик винтовкаларҙа көс һынашты. Саңғысылар эстафетаһы ҙур түҙемлелек талап итте.
Шашка-шахматты: “Тик ултырһалар ҙа спорт тип һанайҙар”, тиеүселәр һаман да осрай. Ләкин ҡаршы таҡтала уйнаусының ниндәй аҙымға барыуы, фигураларын ниндәй позицияға күсереүе, күҙ асып йомғансы уйын инициативаһы һинең ҡулдан уның ҡулына, йәки киреһенсә күсеүе, ҡыҫҡа ваҡытта һөҙөмтәгә ирешергә кәрәклеге һәм ҡәтғи ҡағиҙәләргә буйһоноу сатраш таҡта артындағыларҙы ысын спортсы тип әйтергә хоҡуҡ бирә. Шашкасы журналистар араһында ла ярыш ҡыҙыу үтте.
Байрам аҙағында боҙ өҫтөндә үткән күңелле старттар барыһына ла оҡшаны. Күптәр конькиҙарҙа йөрөй белмәһә лә, командаларының намыҫына тап төшөрмәне, тубыҡ-терһәктәрен ауырттырғансы ҡолап, бар хәленсә тырышты.
Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға “Яйыҡ” гәзите (Учалы) лайыҡ булды. Икенселә “Һаҡмар” (Баймаҡ), өсөнсөлә - «Атайсал» (Сибай) гәзите коллективы. Еңеүселәргә Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара аҙағында киләһе ижади семинар үткәреүселәргә үҙенсәлекле символ – семәрләп биҙәлгән ҙур ағас ҡалаҡ тапшырылды. Байрамда шулай уҡ тағы ла бер яңы традицияға нигеҙ һалынды. “Искра” дәүләт унитар предприятиеһы директор-мөхәррире Самат Ғәлин киләһе спартакиада хужаларына - “Атайсал” һәм “Сибайский рабочий” гәзиттәренә күсмә туп тапшырҙы. Уны спорт сараларында еңеүсе коллективтар бер-береһенә бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға